Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.78
+0.37
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Июнь 2019, 15:21

Ҡапҡасы Владимир Сохатский «Салауат Юлаев» хоккей клубына кире ҡайтты

ӨФӨ, 2019 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Владимир Сохатский «Салауат Юлаев» хоккей клубына кире ҡайтты. 29 йәшлек голкипер өс йыл Екатеринбургтың «Автомобилис»ында уйнағандан һуң бер миҙгелгә туған командаһы менән килешеү төҙөнө. Был турала «Салауат Юлаев»тың рәсми сайтында хәбәр ителә.
Голкипер Екатеринбургтың боҙ дружинаһы өсөн 60 уйын үткәрҙе.
Белешмә
Владимир Сохатский 1989 йылдың 28 декабрендә Өфөлә тыуған.
Буйы – 184, ауырлығы – 80.
Уйын карьераһы: «Салауат Юлаев-2» (2006-2009), «Толпар» (2009/10), «Торос» (2010-2016), «Салауат Юлаев» (2013-2016), «Автомобилист» (2016-2019), «Горняк» (2018/19).
Ҡаҙаныштары: Йәштәр хоккей лигаһы чемпионатының бронза призеры (2009/10), ике тапҡыр Братина кубогына эйә (2011/12, 2012/13), Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (2013/14), КХЛ чемпионатының бронза призеры (2013/14).
Континенталь хоккей лигаһында статистика: 132 матч, 47 еңеү, 90,9% кире ҡағылған шайба.
Читайте нас: