04:25 (UTC+5), 07 Июня 2019

Радий Хәбиров: Башҡортостанда бассейны булмаған бер генә муниципалитет та ҡалмаҫ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Беҙ балаларҙы йөҙөргә өйрәтеп, уларҙың ғүмерен ҡотҡарырбыҙ, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында «Бөтәһе өсөн дә спорт: донъя трендтары һәм эшлекле ҡараш» сессияһында сығыш яһап. Сессияла шулай уҡ Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец, «Сколково» фонды рәйесе Аркадий Дворкович, грек-рим көрәше буйынса өс тапҡыр олимпия чемпионы Александр Карелин, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин ҡатнашты.
«Республикабыҙ ҙур, ҡайһы бер ауыл райондарында муниципаль бассейндар юҡ. Билдәле ваҡытҡа бассейны булмаған бер генә муниципалитет та ҡалмаҫ. Әле беҙ ошо программаны әҙерләйбеҙ. Һуңынан балаларҙы йөҙөргә өйрәтә башларбыҙ. Шул рәүешле беҙ уларҙың ғүмерен ҡотҡарырбыҙ», — тине Радий Хәбиров. Ул былтыр республикала 60-тан ашыу баланың һыуҙа батып үлгәнен иҫкә төшөрҙө.
Радий Хәбиров фекеренсә, хәҙер балалар өсөн иң яҡшыһы – спорт. Башҡортостанда «Көрәш – мәктәптәргә» программаһы эшләй. Ундан ашыу мәктәпкә тренерҙар һәм тейешле ҡорамалдар алынды. Өҫтәүенә көрәш күп аҡса һалыуҙы талап итмәй. Ләкин иң ҙур проблема – тренерҙар әҙерләү. Элекке төркөм эштән китә, ә яңыларын әҙерләүгә аҡса һәм заманса методика кәрәк, был да – проблема.
Радий Хәбиров 9 июлдә Башҡортостанда халыҡ-ара балалар уйындары асылыуын әйтте һәм йыйылыусыларҙы Өфөгә саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика