08:09 (UTC+5), 03 Июня 2019

Волейбол буйынса Рәсәй йыйылмаһы Өфөгә Милләттәр лигаһына 4 июндә килә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 4 июндә «Өфө-Арена»ла «терафлекс» — волейбол уйнау өсөн япманы монтажлау тамамлана. 7-9 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһы икенсе йыл рәттән Милләттәр лигаһы волейбол халыҡ-ара турнирының Рәсәй этабын ҡабул итә. Өфөгә Рәсәй, Италия, АҠШ һәм Португалия йыйылмалары килә. Рәсәйҙәрҙе аэропортта 3 июндән 4-енә ҡарай төндә ҡаршы алалар.
Уҙған йылда ҡалаға Ҡытайҙан, Ирандан һәм Бразилиянан иң шәп волейболсылар килде, был юлы ҡатнашыусыларҙың составы, Халыҡ-ара волейбол федерацияһы рейтингына ярашлы, көслөрәк.
Бөтә командалар ҙа 5 июнгә тиклем килеп етергә тейеш. Ошо көндән турнир башланғансы күнекмәләр уҙғарыла.
Өфөлә Милләттәр лигаһы теҙмәһе
7 июнь
16.00 Италия – АҠШ
19.00 Рәсәй – Португалия
8 июнь
16.00 Италия – Португалия
19.00 Рәсәй – АҠШ
9 июнь
16.00 Португалия – АҠШ
19.00 Рәсәй – Италия.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2022 йылда Өфө волейбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика