05:25 (UTC+5), 30 Мая 2019

Республика шашкасылары Африкала Донъя кубогы этабында еңеү яуланы

ойоштороусылар
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан спортсыһы Тамара Танһыҡҡужина Африкала Донъя кубогы этабында еңеү яуланы, Айгөл Иҙрисова — Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә беренсе. 29 майҙа Кот-д’Ивуарҙа халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогы этабы тамамланды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә Айгөл Иҙрисова беренсе урынға сыҡты (457 мәрәй), икенселә — Тамара Танһыҡҡужина (447 мәрәй), Айнур Шәйбәков — рейтингтың бишенсе баҫҡысында. Иң шәбе — Ян Грунендейк (Нидерланд), икенсе урында — Нчо Жюль Атсе (Кот-д’Ивуар), өсөнсөлә — Гунтис Валнерис (Латвия), дүртенселә — Жан-Марк Нджофанг (Камерун).
Кубоктың дөйөм иҫәбендә Ян Грунендейк беренсе урынға сыҡты (481 мәрәй), икенсе урынды Гунтис Валнерис алды — 473 мәрәй, «Башҡортостан» үҙәк шашка клубынан Александр Георгиев 417 мәрәй йыйҙы.
Abidjan Open халыҡ-ара турниры Абиджанда уҙғарыла. Быйыл турнирҙа Африканың һәм Европаның 11 иленән 92 спортсы ҡатнашты. Улар араһында 12 гроссмейстер, ете халыҡ-ара мастер, алты Бөтә донъя шашка федерацияһы мастеры бар. Рәсәйҙән биш спортсы сығыш яһаны, араларында — «Башҡортостан» үҙәк шашка клубынан Айнур Шәйбәков, Айгөл Иҙрисова һәм Тамара Танһыҡҡужина, тип хәбәр итте Үҙәк шашка клубы вәкиле Рөстәм Шәйәхмәтов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика