09:19 (UTC+5), 29 Май 2019

Халыҡ-ара волейбол федерацияһы: Өфө 2022 йылда донъя чемпионаты этаптарының береһен ҡабул итә

volley.ru
volley.ru
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2022 йылда Рәсәйҙең һигеҙ ҡалаһы волейбол буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә. Халыҡ-ара волейбол федерацияһы инспекция сәфәрҙәре нигеҙендә ошондай ҡарарға килде. Улар — Мәскәү, Санкт-Петербург, Калининград, Екатеринбург, Ҡазан, Красноярск, Новосибирск һәм Өфө. Тағы ике ойоштороусы ҡала тураһында ФИВБ киләһе йылда иғлан итергә тейеш.
Турнир 2022 йылдың 26 авгусынан 11 сентябренә тиклем дауам итә һәм дүрт этапҡа бүленә. Һайлап алыу турҙары яңы система буйынса уҙғарыла.
Рәсәй (турнир хужаһы) һәм Польша (ғәмәлдәге донъя чемпионы) автоматик рәүештә ҡатнашыусылар иҫәбенә индерелгән. 2021 йылғы һәр континенталь чемпионаттан иң яҡшы ике командаға ла донъя чемпионатына юлламалар тапшырыла, тиелә федерацияның рәсми белдереүендә.
«Ойоштороусы ҡалаларҙа донъя кимәлендәге спорт ареналары һәм спортсылар, волейбол көйәрмәндәре өсөн уңайлы шарттар булдырған инфраструктура булыуы бик шәп. Беҙ мәңге тарихта ҡалырҙай иң яҡшы донъя чемпионаттарының береһен уҙғарырбыҙ тип ышанам», — тине Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы президенты Станислав Шевченко.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, алдағы өс йылда Өфөлә волейбол үҙәге төҙөлә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров объекттың проектын өфөләр ҡарамағына тикшереүгә сығарҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика