04:21 (UTC+5), 28 Мая 2019

Радий Хәбиров халыҡтан Өфөләге яңы футбол стадионы тураһында фекерен һораны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика етәксеһе хакимиәтендә уҙған «Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә Башҡортостандың баш ҡалаһында яңы футбол стадионы төҙөлөшө тикшерелде. Радий Хәбиров «Өфө» футбол клубының төбәкте һәм көйәрмәндәрҙе ҡыйын хәлдә ҡалдырмаҫына (Рәсәй Премьер-лигаһында сығыш яһау хоҡуғын һаҡлап ҡалыр) һәм ҡалаға «әүәлгесә ҙур уңайлы арена кәрәк булыр»ына өмөт белдерҙе.
«Ләкин бер нисә һорау бар. Тәүгеһе — ҡайҙа төҙөргә. Коллегалар әйтеүенсә, иң уңайлы урын — Затон яғында, яңы күперҙе үткәс тә. Ә һеҙгә унда йөрөү уңайлы булырмы һуң ?», — тип һорай Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы футбол һөйөүселәрҙән.
Шулай уҡ Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙән стадиондың дизайны буйынса тәҡдимдәр көтә. Уның һүҙҙәренсә, Футбол федерацияһы тамашасыларға ла, футболсыларға ла уңайлы булһын өсөн түбәһе ябыҡ арена кәрәк тип ныҡыша.
«Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, түбә кәрәкме, өҫтәүенә был күпкә ҡиммәтерәккә төшә?», — тип һорай төбәк етәксеһе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Затонға илткән юлда, Ағиҙел йылғаһы күперен үткәс тә, 20 мең кеше һыйҙырышлы спорт объекты һалына. Урындың икенсе варианты – «Мега» сауҙа комплексы янында. Стадион тирәләй ике мең автомобиль өсөн парковка һәм 15 автомобиль өсөн йәмәғәт транспорты туҡталышы ҡаралған. Эштәрҙе башлау һәм тамамлау ваҡыты әлегә билдәләнмәгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика