05:43 (UTC+5), 27 Мая 2019

1000 велосипедсы көнөндә Өфө буйлап 12 мең ҡатнашыусынан торған колонна уҙҙы

Мирон Доровских
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың баш ҡалаһы туғыҙынсы тапҡыр велосипед хәрәкәте үҙәгенә әүерелде һәм «1000 велосипедсы көнө»н уҙғарҙы.
Быйыл велопарадҡа өфөләрҙән тыш, Салауат, Октябрьский, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшәүселәр ҙә ҡушылды.
«Башҡортостанда ошо ҙур байрамды Рәсәйҙең төп спорт төбәге булараҡ үткәрәбеҙ. Быйыл беҙҙең велоуҙыштың республика кимәлендә ойошторолоуы һәм башҡа ҡалаларҙы үҙ эсенә алыуы бик яҡшы. Беҙ – сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн сәләмәт команда!», – тине йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов.
Шулай уҡ стартта ҡатнашыусыларҙы баш ҡаланың элекке мэры, хәҙер Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Ирек Ялалов ҡаршы алды.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: велосипедсыларға «матур номерҙар» һатыу иҫәбенә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» хәйриә проекты өсөн 85 мең һум йыйылды.
Колонна менән 12 мең кеше үтте. Республика ҡалаларында — Нефтекамала, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Октябрьскийҙа тәүгә уҙған велофестивалдәрҙә ике мең кеше ҡатнашты.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика