07:20 (UTC+5), 24 Май 2019

Венер Башҡорт Ғәлиев «Урал батыр» турнирында джиу-джитсу буйынса Бразилия чемпионы менән көрәшә

Станислав Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Йома, 24 майҙа, «Өфө уттары»нда хәрби сәнғәт буйынса «Урал-батыр» спорт һәм күңел асыу турниры ойошторола. Унда Рәсәйҙән, Бразилиянан, Сербиянан һәм башҡа илдәрҙән 24 көрәшсе ҡатнаша. Кисәнең төп алышында Өфөнән ҡатнаш көрәш, кикбоксинг һәм хәрби самбо буйынса спорт мастеры Руслан Яманбаев ҡатнаша. Уның дәғүәсеһе — ММА, тай боксы, ушу, саньда һәм ҡул һуғышы буйынса Ҡырым чемпионы Владислав Зеликов.
Икенсе төп алышта билдәле көрәшсе, хәрби самбо буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы, Башҡорт исеме аҫтында сығыш яһаған Венер Ғәлиев джиу-джитсу буйынса Бразилия чемпионы һәм Max Muay Thai чемпионы Фабио Феррариға ҡаршы сыға.
Венер Ғәлиев 1975 йылдың 1 июлендә Стәрлетамаҡта тыуған. Күпмелер ваҡыт Өфөнөң юл-патруль хеҙмәте полкы инспекторы булып эшләй, полиция лейтенанты исеме бар. Һөнәри рингта Екатеринбург өсөн сығыш яһай. «Ҡатнаш хәрби көрәш федерацияһы» Свердловск төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты. Рәсми турнирҙарҙа 29 тапҡыр сығыш яһап, шуларҙың 29-ында еңгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика