08:43 (UTC+5), 24 Мая 2019

Өфөлә Халыҡ-ара балалар уйындарына иң ҙур бассейн асыла

academy-ap.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә ундайҙың булғаны юҡ ине. Александр Попов академияһы 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына Спорт әҙерлеге үҙәгендә дүрт бассейн йыһазландырҙы. Халыҡ-ара стандарттарға тап килгән 50-метрлыҡ, 25-метрлыҡ һәм ике балалар бассейны Myrtha Pools заманса технологияһын ҡулланып эшләнгән.
«Уйындарҙың генераль секретары Ричард Смит Башҡортостандың баш ҡалаһына эш сәфәре менән килгән сағында спорт әҙерлеге үҙәгенең әҙерлеген юғары баһаланы», — тип иҫкә төшөрҙөләр Александр Попов академияһының матбуғат хеҙмәтендә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара Олимпия Комитеты булышлығында 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары ойошторола. Ярыштарҙа донъяның 30 иленән һәм 84 ҡалаһынан 1207 спортсы ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика