Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Май 2019, 10:36

Башҡортостандан боксер ҡыҙ халыҡ-ара турнирҙа көмөш миҙал яуланы

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан спортсыһы Анастасия Сигаева Хабаровскиҙа Советтар Союзы Геройы Константин Коротков иҫтәлегенә бокс буйынса Халыҡ-ара турнирҙа 69 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында икенсе урынды алды. Был турала республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында хәбәр иттеләр. Анастасияның тренерҙары — Александр Савкин һәм Вадим Кудинов. Ул пьедесталды Ҡытай боксерҙары менән бүлеште.
Хабаровск турнирында йыл һайын 20-нән ашыу ил ҡатнаша. Ун йыл эсендә турнир донъяның 34 иленән спортсыларҙы, 968 боксерҙы, шул иҫәптән 85 ҡатын-ҡыҙҙы, 10 меңгә яҡын тамашасыны ҡабул итте.
Быйыл турнирҙа Рәсәй, Эстония, Латвия, Венгрия, Украина, Үзбәкстан, Белоруссия, Польша, Израиль, Азербайжан, Германия, Мысыр, Япония, Төньяҡ Корея, Көньяҡ Корея, Ҡытай, Төркиә, Монголия, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Әрмәнстандан милли командалар ҡатнашты.
Читайте нас: