04:23 (UTC+5), 30 Апреля 2019

Йәштәр, матурҙар һәм уңышлылар — Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккейсылары менән осрашты

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 29 апрелдә Республика Йортонда «Ағиҙел» тренерҙарын һәм хоккейсыларын тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 апрелдә команда икенсе тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы кубогын яулап, үҙҙәренең чемпион статусын раҫланы. Петербургтың «Динамо» клубы менән финал уйыны өфөләр файҙаһына 4:1 иҫәбе менән тамамланды.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 4 миллионлы республика исеменән ҡыҙҙарға ошондай әһәмиәтле еңеү һәм Башҡортостандың спорт ҡаҙаныштары иҫәбенә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Шундай йәш һәм матур ҡыҙҙар беҙгә ҙур шатлыҡ бүләк итте, һеҙгә ҙур рәхмәт. Һеҙҙең еңеүегеҙ республикабыҙҙы биҙәй, — тип мөрәжәғәт итте ҡыҙҙарға республика етәксеһе. — Ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы беҙҙең төбәктә лайыҡлы урынды биләй: команда, шәп тренерҙар коллективы һәм еңеүҙәр тарихы бар. Беҙ ҡатын-ҡыҙҙар хоккейын үҫтереүҙе дауам итербеҙ, финанс йөкләмәләребеҙ үтәлер. Ошо йәһәттән команданың киләсәге бар. Өфөлә уҙырға тейешле хоккей буйынса донъя чемпионаты республикала ҡатын-ҡыҙҙар хоккейын үҫтереүгә етди этәргес бирер тип иҫәпләйем. Беҙ ошо ваҡиғаны көтәбеҙ. Арағыҙҙа Рәсәй йыйылмаһына кандидаттар барҙыр тип ышанам. Тиҙҙән спортсыларҙың яңы быуыны үҫеп етер тип өмөтләнәбеҙ. Дөйөм алғанда, республикаға ҙур спорт еңеүҙәре килә».

«Ҙур еңеүҙәр ҙур эш, көндәлек хеҙмәт һәм теләк аша килә, — тип билдәләне клубтың спорт директоры Александр Семак. — Донъя чемпионатына кәмендә биш уйынсы әҙерләргә ниәтләйбеҙ. Бөтә йәш ҡыҙҙар беҙгә, «Ағиҙел»гә, эләгергә теләй. Беҙҙең клубта шарттар яҡшы, ойоштороу һәйбәт. Шуның өсөн республикаға һәм клубҡа рәхмәт».
Осрашыу йомғаҡтары буйынса спортсылар Радий Хәбировҡа - алтын миҙал, ә уның хәләл ефетенә 21-се хоккей джерсийы тапшырҙы.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика