09:18 (UTC+5), 30 Апрель 2019

2021 йылда Өфө ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы буйынса донъя чемпионатын ҡабул итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы буйынса донъя чемпионатын 2021 йылда Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Кисә республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров «Ағиҙел» командаһы етәкселеге һәм хоккейсылары менән осрашыуҙа ошо турала хәбәр итте.
«Был, һис шикһеҙ, республикала ҡатын-ҡыҙҙар хоккейын үҫтереүгә етди этәргес бирер. Ғәҙәттә, шундай ҙур ваҡиғаларҙан һуң уйынсыларҙың һаны арта. Беҙ ошо мөһим ваҡиғаны көтәбеҙ. Арағыҙҙа Рәсәй йыйылмаһына кандидаттар барҙыр тип ышанам, һәм ошо состав өсөн айырыуса көйөрбөҙ. Тиҙҙән спортсыларҙың яңы быуыны үҫеп етер тип өмөтләнәбеҙ. Республика ябыҡ хоккей һырғалаҡтырын әүҙем төҙөй. 2019 йылда Күмертауҙа боҙ аренаһы төҙөлдө, Өфөнөң Орджоникидзе районында боҙ майҙансығы асылырға тейеш. Дөйөм алғанда, республикаға ҙур спорт еңеүҙәре килә», — тине республика етәксеһе.
«Ағиҙел» клубының спорт директоры Александр Семак һүҙҙәренсә, донъя чемпионатында ҡатнашыу өсөн кәмендә биш уйынсы әҙерләү күҙаллана.
Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында хоккей буйынса донъя чемпионатын үткәреү ихтималлығы уҙған йылда уҡ, «Ағиҙел» тарихта тәүге тапҡыр Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының төп трофейын яулағас, тикшерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика