04:22 (UTC+5), 29 Апреля 2019

Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы еңеүсеһе билдәләнде

Станислав Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы 27 апрелдә «Аҡбуҙат» ипподромында уҙҙы.
Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сарала Балаҡатай, Иглин, Илеш һәм Учалы райондары һыбайлылары ярышты. Ипподром холында ҡатнашыусы райондарҙың тауар етештереүселәре продукцияһы йәрминкәһе ойошторолдо.
Турнир ике этапта үтте: тәүҙә сабыштарҙа район чемпионы билдәләнде, һуңынан беренсе һәм икенсе урын алғандар «Аҡбуҙат» ипподромы аттарында үҙ-ара ярышты.
Икенсе этап йомғаҡтары буйынса, иң оҫта һыбайлы — Илеш районынан Роберт Хафизов, тип хәбәр итә Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте.
Финал ярыштары Республика көнөндә — 2019 йылдың 11 октябрендә уҙа.
Турнирҙа башҡорт тоҡомло аттар ғына ҡатнаша.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы ентекле материалда изге һәм көслө хайуандар тураһында иң ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика