05:52 (UTC+5), 25 Апрель 2019

Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы уҙғарыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөләге «Акбуҙат» ипподромында шәмбе, 27 апрелдә, «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының икенсе этабы уҙғарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, был юлы Балаҡатай, Иглин, Илеш һәм Учалы райондары һыбайлылары ярыша.
Турнир ике турҙа үтә: тәүҙә сабыштарҙа район чемпионы билдәләнә, аҙаҡ дүрт еңеүсе һәм дүрт көмөш призер йәрәбә буйынса эләккән «Аҡбуҙат» ипподромы аттарында үҙ-ара ярыша.
Республика ойошторолоуҙың 100 йыллығы сиктәрендә уҙғарылған турнирҙа башҡорт тоҡомло аттар ҡатнаша.
24 мартта үткән беренсе этапта Әлшәй, Дыуан, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары вәкилдәре ярышты. Жокейҙар чемпионатында Дыуан районынан Монах ҡушаматлы ат менән Илдар Нурғәлиев еңеү яуланы. Башҡортостан юлдаш телеканалы сабыштарҙы тура эфирҙа күрһәтте.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика