04:25 (UTC+5), 22 Апрель 2019

Радий Хәбиров «Аструм» Сибай марафонында ҡатнашыусылар колоннаһын етәкләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 21 апрелдә «Аструм Сибай марафоны» башланды. Йүгереүселәр колоннаһын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләне. Унда 1100-ҙән ашыу ҡатнашыусы 2,10 һәм 21 саҡрым арауыҡты йүгереп үтте.
Сибайҙар өсөн был ярыммарафон ысын байрамға әүерелде. Ҡатнашыусылар бүләккә футболкалар һәм беләҙектәр алып ҡына ҡалманы, ҡыҙғылт һары йүгереүселәрҙән айырылып тороу өсөн ҡулдарына флагтар һәм башҡа предметтар ҙа тотҡайны.
Һөҙөмтәлә 21,1 саҡрымлыҡ арауыҡта беренсе урынды 21 йәшлек Максим Сосегов, 10 саҡрымда — 22 йәшлек Рәлиф Хизбуллин, 2 саҡрымда 27 йәшлек Арсен Хәмиҙуллин яуланы.
Финишта республика етәксеһе Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты һәм селфиға төшөүҙән дә баш тартманы.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Сибайҙа Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләүҙәре, ә республика башлығы вазифаһын башҡарыусының халыҡҡа түҙемлектәре өсөн рәхмәт белдереүе тураһында хәбәр иткәйне.
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика