06:35 (UTC+5), 19 Апреля 2019

«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Николай Цулыгин командала ҡала

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Николай Цулыгин командала ҡала. Клубтың генераль директоры Александр Курносов һүҙҙәренсә, Өфө белгесе менән контракт оҙайтыла. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, уның менән килешеү бер йылға иҫәпләнә.
43 йәшлек остаз «Салауат»тың тренерҙар составына 2017 йылда фин белгесе Эркка Вестерлундтың ярҙамсыһы сифатында инде. 2018 йылда клуб уны баш тренер вазифаһына раҫланы. 2018/19 миҙгелдә Цулыгин етәкселендәге хоккей командаһы даимилыҡ менән айырылып торманы. Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты йомғаҡтары буйынса, «Салауат Юлаев» Көнсығыш конференцияһында алтынсы урынды алды. Плей-офф ярышында Өфө тренеры тәрбиәләнеүселәре Көнсығыш финалына сыҡты һәм лиганың 11-се миҙгелендәге сығыштарын бронза миҙалдар менән тамамланы.
2018/19 миҙгеленең «Салауат Юлаев» хоккей командаһы өсөн ниндәй булғанын «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика