08:11 (UTC+5), 19 Апреля 2019

Республика йыйылмаһы фехтование буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш миҙалдар яуланы

Рәсәйҙең Фехтование федерацияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың фехтование буйынса йыйылма командаһы Сочиҙа үткән Рәсәй чемпионатынан көмөш миҙалдар менән ҡайтты. Бразилияла олимпия чемпионы Тимур Сафин һәм ил чемпиондары Тимур Арыҫланов, Асҡар Хәмзиндан торған республика йыйылмаһы финалда Мәскәү өлкәһе спортсыларынан еңелде.
Республика йыйылмаһы ағзаһы Искәндәр Әхмәтов та үҙенең командаһына ярҙам итә алманы. 2010 йылдан Мәскәү өлкәһе рапирасылары ете тапҡыр рәттән ил чемпиондары булды. 2017 йылда Башҡортостан йыйылмаһы был серияны өҙҙө, бер йылдан һуң үҙенең уңышын йәнә ҡабатланы. Быйыл Мәскәү өлкәһе рапирасылары алдынғылыҡты кире ҡайтара алырмы, юҡмы әллә алтын миҙалдар өсөнсө тапҡыр рәттән Өфөгә юлланырмы, тип көттө барыһы ла.
Мәскәү өлкәһе ике йыллыҡ тәнәфестән һуң Рәсәйҙең иң шәп командаһы исемен үҙенә кире ҡайтарҙы — 45:37.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика