Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
84.25
+0.36
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Апрель 2019, 17:44

Өфөлә яңы футбол стадионының дизайны күрһәтелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. Өфөлә тәүге тапҡыр яңы футбол стадионының дизайны күрһәтелде. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, спорт объекты Затонға илткән юлда, Ағиҙел йылғаһы күперен үтәкәс тә төҙөлә. Икенсе урыны – «Мега» сауҙа комплексы янында. Эштәрҙе башлау һәм тамамлау ваҡыты әлегә билдәһеҙ. Проектты ВДНХ-ла барған «Яҙғы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш форумы» экспозицияһында күрергә мөмкин.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, идея уҙған йылдың йәйенән бирле тикшерелә. «Өфө» футбол клубы өсөн яңы стадион майҙансығын Белоруссияла «ҡарап ҡайтҡандар». Ул 15-16 мең тамашасыны һыйҙырыр тип күҙ уңында тотола. Проекттың хаҡы 3-4 миллиард һумға баһалана – был Рәсәй ҡалаларында футбол буйынса донъя чемпионаты уңайынан төҙөлгән стадиондарҙан биш тапҡырға осһоҙораҡ. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров футбол клубы менеджменты менән осрашыу барышында төҙөлөш идеяһын онотмауҙары тураһында белдерҙе. Уның фекеренсә, беҙгә ошондай стадион бик кәрәк. Әле клуб дүрт йыл элек төҙөкләндерелгән 15 меңлек «Нефтсе» стадионында уйнай.
Миҙгел тамамланғанға тиклем ете уйын ҡалғас, «Өфө» Премьер-лиганан төшөп ҡалыу зонаһынан сыҡты. Хәүефһеҙ зонаға инеү өсөн өфөләргә алты мәрәй етмәй. «Өфө» киләһе осрашыуҙы үҙ майҙанында, «Нефтсе» стадионында үткәрә. Дәғүәсеһе – Туланың «Арсенал»ы. Уйын Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө 2-се яртыла башлана.
Читайте нас: