12:31 (UTC+5), 12 Апрель 2019

Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубының ике уйынсыһына республика наградаларын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубы командаһы менән осрашты һәм миҙгел өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика клубы, Көнсығыш конференцияһы финалында Омскиҙың «Авангард»ынан еңелеп, Континенталь хоккей лигаһының бронза миҙалдарын яуланы.
«Миҙгел өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә, ул төрлө булһа ла, минеңсә, уңышлы үтте. Тәүҙә нисек ауыр барғанын хәтерләйбеҙ, ләкин республикаға, көйәрмәндәргә бүләк иткән финал — бөтә һүҙҙәрҙән дә юғары», — тине төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, «Салауат» өсөн иң төп ҡаҙаныш — команда менән көйәрмәндәрҙең берҙәмлеге.
«Плей-офф көндәрендә республика хоккей менән йәшәне. Беҙ ыңғай энергия алдыҡ һәм шуныһы мөһим: күптәр үҙҙәренә ышана башланы. Әгәр һеҙ еңеүҙе шулай тартып ала алдығыҙ икән, моғайын, беҙҙең дә берәй нимә килеп сығыр», — тип билдәләне республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
«Юлаевсылар»ҙың баш тренеры Николай Цулыгин төбәк етәксеһенең айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булды.
«Һеҙ коллективты нығыттығыҙ, берләштерҙегеҙ. Команда бер бөтөн булып уйнаны. Хәҙер бындай күренеш һирәк осрай. Беҙ үҙебеҙҙең йөкләмәләребеҙҙе үтәйбеҙ һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Артабан да хоккейға булышлыҡ итербеҙ. Шуға күрә һеҙҙән һәйбәт күнекмәләр һәм яҡшы кәйеф менән — яңы миҙгелгә!», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы «Салауат Юлаев» ҡапҡасыһы Юха Метсолаға —Салауат Юлаев ордены, ә һөжүмсе Теему Хартикайненға «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшырҙы. Команда Радий Хәбировҡа клуб уйынсыларының автографтары менән сәкән бүләк итте.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика