04:27 (UTC+5), 08 Апреля 2019

«Өфө» тарихта тәүге тапҡыр «Ростов»ты еңде һәм Рәсәй Премьер-лигаһында еңеү мәрәйҙәре йыйҙы

Валерий Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй Премьер-лигаһының 22-се туры уйынына «Өфө»нөң баш тренеры «Ростов»ҡа ҡаршы башлыса тәрән запастағы уйынсыларын сығарҙы. Майҙанда Никитин, Безденежных һәм Ванек, ә осрашыуҙың тәүге минуттарында үҙәктә Ловро Бизяк күренде. Был схема Башҡортостан командаһына бик уңай булды: беренсе таймдың уртаһында Боян Йокич Игбунға башы менән тупты уңышлы тапшырҙы, уныһы ҡунаҡтарҙың ҡаршылығын үтеп, ағымдағы чемпионатта алтынсы голды индерҙе — 1:0.
Тәүге тәнәфестән һуң «Нефтсе» стадионы (уйынды ҡарарға 10 меңгә яҡын көйәрмән килгәйне) дәғүәселәрҙең тренерҙарынан алмаштырыуҙарҙы күҙәтә башланы. «Өфө» составында Ванекты — Пауревич, Бизякты —Вомбергар алмаштырҙы. Хужалар һуңғы тапҡыр 84-се минутта алмаштырҙы. Майҙанда Безденежных урынын Азер Алиев биләне. Ростовтар Поповтың йәрәхәтләнеүе сәбәпле уйынсыны алмаштырырға мәжбүр булды. Икенсе таймдың уртаһында командаға ярҙамға Зуев һәм Шомуродов урынына Ионов һәм Сигурдарсон сыҡты.
«Өфө» осрашыу аҙағында ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең зонаһына килтереп ҡыҫты, ләкин өҫтәлгән ваҡытта «Ростов» әүҙемләште. Шулай ҙа Евсеевтың тәрбиәләнеүселәренән мәрәйҙәрҙе тартып ала алманы. «Өфө» тарихта тәүге тапҡыр «Ростов»ты еңде һәм быйыл тәүгә өс еңеү мәрәйен йыйҙы — 1:0.
Бынан тыш, «өфө»ләр Рәсәй Премьер-лигаһының турнир таблицаһында 14-се баҫҡысты биләй.
Киләһе уйынды командабыҙ 13 апрелдә «Енисей»ға ҡаршы уйнай.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика