06:21 (UTC+5), 28 Марта 2019

Вадим Евсеев «Өфө» футбол клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде

www.fcufa.pro
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,/. Вадим Евсеев «Өфө» футбол клубының баш тренеры итеп тәғәйенләнде. Клубтың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 43 йәшлек белгес менән хеҙмәт килешеүе ике йылға иҫәпләнгән. Вадим Евсеев Мәскәүҙең «Локомотив»ы өсөн сығыштары менән билдәле, уның составында ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булған, шулай уҡ Чемпиондар лигаһы уйындарында, 2004 йылда Европа чемпионатында ҡатнашҡан.
Тренер сифатында 2013 йылдың июненән 2014 йылға тиклем Иваново ҡалаһынан «Текстильщик»тың тренерҙар штабына ингән. 2015 йылдың ғинуарынан «Амкар»ҙа Гаджи Гаджиевтың ассистенты булған. 2017 йылдың февраленән «Текстильщик» клубының баш тренеры булып эшләгән. 2017 йылда сентябрендә «Амкар»ға ҡайтҡан. 2018 йылдың 15 мартында — «Амкар»ҙың баш тренеры, 2018 йылдың 20 июнендә «Анжи»ҙың — өлкән тренеры. Ике айҙан, 20 августа, «СКА-Хабаровск» клубының баш тренеры вазифаһына тәғәйенләнгән.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, кисә Дмитрий Кириченконың «Өфө» футбол клубының баш тренеры вазифаһын ҡалдырыуы билдәле булды. Уның ярҙамсыһы Михаил Куприянов та Өфө клубынан китте.
«Өфө» футбол клубының баш тренерҙары тураһында «Башинформ»дың лонгридында уҡығыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика