05:14 (UTC+5), 21 Марта 2019

Яҡташыбыҙ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Махсус Олимпиада «бронза»һын яуланы

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 16 йәшлек Оксана Пушкарева Абу-Даби ҡалаһында Бөтә донъя махсус олимпиада уйындарында 100 метрға брасс менән йөҙөү ярышында бронза миҙал яуланы. Был хаҡта Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Оксана Пушкарева – Туймазы ҡалаһының коррекция мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе һәм Бөтә донъя уйындарында берҙән-бер Башҡортостан вәкиле. Ҡыҙға ярышҡа барырға «Рәсәйҙең махсус олимпиадаһы» аҡыл үҫеше йәһәтенән артта ҡалған инвалидтарға булышлыҡ күрһәтеү буйынса йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ярҙам иткән.
8 мартта Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһында башланған уйындар 22-һенә тиклем бара. 190 илдән меңдән ашыу спортсы спорттың 24 төрөндә көс һынаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика