Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Март 2019, 16:12
Универсиаданың өсөнсө миҙалы: Эдуард Латипов эҙәрлекләү ярышында «бронза» алды
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөнән 24 йәшлек биатлонсы Эдуард Латипов Красноярскиҙа Ҡышҡы Универсиадала миҙалдарҙың тулы комплектын яуланы. Бронза награданы спортсы 12,5 саҡрымлыҡ эҙәрлекләү ярышында алды. Беренсе һәи икенсе урындар ҙа рәсәйҙәргә — Дмитрий Ивановҡа һәм Никита Поршневҡа эләкте.
Эдуард Латипов Красноярскиҙағы ярыштарҙа ике тапҡыр почет пьдесталына күтәрелде. Тәүге көмөш миҙалын биатлонсы 20 саҡрымлыҡ шәхси ярышта алды, ә спринтта «алтын» яуланы.
Шулай итеп, Эдуард Латипов миҙалдарҙың тулы комплекты менән Швецияға донъя чемпионатына юллана. Унда ул Рәсәй йыйылмаһы составында сығыш яһай. Ярыштар 17 мартҡаса дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1282358-tretya-medal-universiady-eduard-latypov-vzyal-bronzu-v-gonke-presledovaniya-/
Теги:
биатлон
универсиада
эдуард латипов
Читайте нас: