Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.87
-0.77
91.53
+0.1
73.06
+0.06
-6 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Март 2019, 16:02
Яҡташыбыҙ Эдуард Латипов Ҡышҡы Универсиадала көмөш миҙал алды
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө биатлонсыһы Эдуард Латипов Красноярскиҙа Ҡышҡы Универсиадала көмөш миҙал яуланы. Башҡортостан спортсыһы 20 саҡрымлыҡ шәхси ярышта икенсе һөҙөмтә күрһәтте: 52 минут 22,4 секунд (+5,5) һәм ике яҙа атыу.
Беренсе булып 52 минут 16,9 секунд һөҙөмтә менән Никита Поршнев (Рәсәй) килде. «Бронза»ны француз Феликс Котте-Пунье (+21,5; 0) алды.
Әлеге ваҡытта Рәсәй йыйылмаһы дөйөм миҙалдар иҫәбендә беренсе урынды биләй. Команданың 8 алтын, 9 көмөш һәм 6 бронза наградаһы бар.
http://www.bashinform.ru/news/1280856-ufimets-eduard-latypov-vzyal-serebro-zimney-universiady-v-individualnoy-gonke/
Теги:
биатлон
универсиада
эдуард латипов
Читайте нас: