11:51 (UTC+5), 26 Февраль 2019

Александр Курносов «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры вазифаһына раҫланды

«Салауат Юлаев» хоккей клубы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Александр Курносов рәсми рәүештә «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта клубтың сайтында хәбәр ителә. Быға тиклем етәксе вазифаһын башҡарған Курносовтың кандидатураһы 2019 йылдың 26 февралендә раҫланды. Шуны билдәләп үтәйек: 2017 йылдан «Салауат Юлаев»ҡа Таһир Ибраһимов етәкселек итте, ләкин быйыл 10 ғинуарҙа вазифаһынан бушатылды.
Белешмә
Александр Курносов 1979 йылда Һамарҙа тыуған.
Белеме: Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты, 1996-2001 йылдар.
Карьераһы: 2001-2016 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдарында, ә 2016 йылдан бөгөнгәсә «Салауат Юлаев» хоккей клубы системаһында эшләгән.
Ғаилә хәле: өйләнгән, ике ҡыҙ тәрбиәләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика