10:58 (UTC+5), 21 Февраля 2019

Өфө 2022 йылда волейбол буйынса донъя чемпионатын үткәреүгә дәғүә итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың баш ҡалаһы 2022 йылда волейбол буйынса донъя чемпионаты этаптарының береһен ҡабул иткән ҡалалар иҫәбенә инеүе мөмкин. Ошо хаҡта Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында ведомство башлығы Руслан Хәбибов белдерҙе.
«Был Өфөлә Милләттәр лигаһы этабын уңышлы уҙғарыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, — тип аңлатты министр. — 2018 йылдың йәйендә Рәсәй, Иран, Бразилия һәм Ҡытай йыйылмалары уйындарына 17 меңдән ашыу тамашасы килде. Тиҙҙән 2022 йылда донъя чемпионаты этаптарының береһен Өфөлә үткәреү буйынса ҡарар ҡабул итерҙәр тип ышанабыҙ».
21 февралдә Башҡортостандың баш ҡалаһында «Башҡортостан — мөмкинлектәр биләмәһе» йәштәр форумы барышында министрлыҡ коллегияһының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы. Шулай уҡ бөгөн форумда «Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән бер тиң һөйләшеү» планлаштырылған. Сарала 600-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Алдан «Башинформ» агентлығы 2019 йылда Өфөнөң йәнә волейбол буйынса Милләттәр лигаһының Рәсәй этабын ҡабул итеүе тураһында хәбәр иткәйне. Рәсәйҙәр, американдар, итальяндар һәм португалдар ҡатнашлығындағы матчтар 7-9 июндә «Өфө-Арена» ла уҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика