13:01 (UTC+5), 12 Февраля 2019

Сибайҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубы хоккейсылары «Таусы»ның йәш уйынсыларына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

автор һәм Станислав Шахов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 12 февралдә Сибай ҡалаһының «Ирәндек» боҙ һарайында «Салауат Юлаев» хоккей клубы хоккейсылары «Таусы» клубының йәш хоккейсыларына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Боҙға 2012, 2011, 2010, 2009, 2007 һәм 2005 йылғы составтар сыҡты. «Салауат Юлаев»тың генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Александр Курносов клубтың уйынсыларға Сибайға барырға һәм йәш спортсыларҙы дәртләндерергә тәҡдим итеүен билдәләне.
«Бөгөн команда лидерҙары Григорий Панин һәм Владимир Жарков вертолёттарҙа Башҡортостандың Урал аръяғы ҡалаларына килде. Аҡъярҙа һәм Сибайҙа улар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, автограф-сессиялар үткәрә, урындағы йәш хоккейсылар менән аралаша, — тине «Салауат Юлаев»тың генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Александр Курносов. — Сибайҙағы хәл тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, шуға күрә балалар менән осрашырға тәҡдим иткәс, улар унда барыу һәм урындағы хоккейсылар менән уйнау тураһында башланғысыбыҙҙы хупланы. Беҙгә Сибай хакимиәте башлығы мөрәжәғәт итте. Эш шунда: «Ирәндек» боҙ һарайында һыуытыу ҡулайламалары насар хәлдә булған. «Салауат Юлаев» һәм «Торос» уйынсылары, тейешле сумманы йыйып, урындағы һарайға күсерҙе. Боҙҙоң сифаты ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлайбыҙ, айырыуса йәш хоккейсыларҙы әҙерләгәндә».
Спортсылар үҙҙәренең ялында килгән, ҡалған хоккейсылар плей-офҡа әҙерләнә. Иртәгә спортсылар үҙ командаһына ҡушыла.
«Ирәндек» боҙ һарайы директоры Ғаяз Ғәлиәкбәров һүҙҙәренсә, «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларының килеүе — ҙур байрам һәм балаларҙың артабанғы спорт үҫеше өсөн этәргес.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика