07:15 (UTC+5), 11 Февраля 2019

Өфөнән Семен Елистратов шорт-трек буйынса Донъя кубогының ҡатнаш эстафетаһында еңде

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙең шорт-трек буйынса йыйылма командаһы Италияның Турин ҡалаһында Донъя кубогының ҡатнаш эстафетаһында беренсе урынды алды. Екатерина Ефременкова, Семен Елистратов, Павел Ситников һәм Евгения Захарова 2 минут 40,553 секунд һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе урында — Канада командаһы, (2.40,614), өсөнсөлә — АҠШ спортсылары (2.43,493), тип хәбәр итә РИА Новости.
Бынан тыш, Рәсәйҙең шорт-трек буйынса ир-егеттәр йыйылмаһы Донъя кубогының һуңғы этабында эстафетала алтын яуланы. Денис Айрапетян, Семен Елистратов, Александр Шульгинов һәм Павел Ситников 7 минут 0,206 секунд һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе урынды Япония шорт-трексылары алды (7.00,703). Өсөнсөлә — итальяндар (7.06,520).
Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһы эстафетала өсөнсө урынды алды. Екатерина Ефременкова, Екатерина Константинова, Эмина Малагич һәм Софья Просвирнова 4 минут 12,590 секунд һөҙөмтә күрһәтте. Беренсе урында — Голландия йыйылмаһы (4.10,115), икенселә — Италия спортсылары (4.11,021).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика