07:52 (UTC+5), 06 Февраль 2019

Башҡортостанда спорт мәктәптәре тренерҙарын аттестациялау системаһы тураһында закон ҡабул ителде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары спорт мәктәптәре тренерҙарын аттестациялау системаһы тураһында закон ҡабул итте. Төбәк парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, эш урынына ҡарамайынса бөтә тренерҙарҙың социаль ғәҙеллеге проблемаһы хәл ителде.
«Бөгөн спорт мәктәптәренең бер өлөшө мәғариф ҡарамағында, икенсе өлөшө спорт тармағы ҡарамағына тапшырылған, — тип аңлата Константин Толкачев. — Тәүгеләренең хеҙмәткәрҙәре — уҡытыусылар. Улар өсөн аттестация системаһы һәм квалификациялы категориялар биреү системаһы бар. Спорт тармағындағы спорт мәктәптәрендә эшләгән тренерҙар педагогик хеҙмәткәрҙәр иҫәбенә инмәй. Уларға аттестация үткәрелмәне, квалификациялы категориялар бирелмәне. Был уларҙы аттестация үткән коллегалары менән тигеҙ булмаған хәлгә ҡуйҙы».
Ваҡытлыса компенсацияларға ҡарамаҫтан, квалификацияһыҙ тренерҙарҙың хеҙмәткә түләү шарттары айырыла ине.
«Ҡабул ителгән закон спорт тармағындағы спорт мәктәптәрендә эшләгән тренерҙар өсөн аттестация билдәләне, уларға мәғариф тармағындағы коллегалары менән тиң хоҡуҡ бирҙе», — тине республика Дәүләт Йыйылышы спикеры.
Законға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ул рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика