04:32 (UTC+5), 31 Января 2019

Өфөләрҙе «Рәсәй саңғы юлы» ярышында ҡатнашырға саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 9 февралдә Өфөлә, «Аҡбуҙат» ипподромында «Рәсәй саңғы юлы-2019» Бөтә Рәсәй асыҡ саңғы ярышы уҙа. Сараны баш ҡаланың Физик культура һәм спорт идаралығы, Спортты үҫтереү үҙәге һәм Октябрь районы хакимиәте ойоштора.
«Рәсәй саңғы юлы»нда табиптың рөхсәт ҡағыҙын алған һәр кем ҡатнаша ала.
Белем биреү учреждениелары (малайҙар, ҡыҙҙар), урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары (егеттәр, ҡыҙҙар), хеҙмәт коллективтары хеҙмәткәрҙәре (ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар) араһында бөтәһе ете старт бирелә.
Еңеүселәр һәм призерҙар грамоталар, миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнә.
Ҡатнашыу өсөн ғаризаны район хакимиәттәрендә яҙырға мөмкин, унда йәки ярыштар уҙғарылған урында старттан ике сәғәт алда старт номерҙарын һәм фирма башлыҡтарын биреү ойошторола.
Ярыштарҙы асыу тантанаһы көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика