Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2019, 14:50
Республика спортсылары — халыҡ-ара шашкалар буйынса Донъя кубогы призерҙары
Гроссмейстер подиумы (һулдан уңға): Айнур Шәйбәков, Жан Марк Нджофанг, Нчо Жюль Атсе. Фото: Тамара Танһыҡҡужина
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 29 ғинуарҙа Африкалағы Буркина-Фасо дәүләтенең Уагадугу ҡалаһында халыҡ-ара шашкалар буйынса Донъя кубогының яңы миҙгелен асҡан «Ouagadougou Open» интернациональ турниры тамамланды. Бында «Башҡортостан» үҙәк шашка клубы спортсылары уңышлы сығыш яһаны.
Айнур Шәйбәков икенсе урынды алды, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Тамара Танһыҡҡужина еңеү яуланы, уның артынса — Айгөл Иҙрисова.
Ouagadougou Open турниры 22 ғинуарҙа башланды һәм Швейцария системаһы буйынса 9 турҙа үтте. Этапта бөтәһе 58 ҡатнашыусы сығыш яһаны, уларҙың алтауһы — халыҡ-ара гроссмейстер, дүртәүһе — халыҡ-ара мастер. Ир-егеттәр араһында еңеүсене шашка фотофинишы билдәләне. Төп наградаға Камерундан Жан Марк Нджофанг лайыҡ булды.
http://www.bashinform.ru/news/1267130-sportsmeny-iz-bashkirii-v-prizerakh-kubka-mira-po-mezhdunarodnym-shashkam/
Теги:
халыҡ-ара шашкалар
донъя кубогы
африка
Читайте нас: