12:36 (UTC+5), 29 Января 2019

Сибайҙа 2020 йылда «Хеҙмәт» стадионын төҙөкләндереү башлана

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Киләһе йылда Сибай ҡалаһының «Хеҙмәт» стадионында реконструкция башлана, уның барышында яңы футбол майҙансығын төҙөү күҙаллана. Капиталь ремонт буйынса төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 64 миллион һум тәшкил итә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Сибайға эш сәфәре барышында 2020 йылда стадионды төҙөкләндереүгә тотоноу өсөн ағымдағы йылда бөтә әҙерлек эштәрен тамамларға ҡушты.
«Иң мөһиме, балаларға бында йөрөүе уңайлы һәм транспорт булырға тейеш», — тине Радий Хәбиров.
Стадион структураһына ингән уҡыу-спорт комплексында төбәк етәксеһе урындағы команда баскетболсылары һәм уларҙың тренерҙары менән аралашты. Улар 6-7 йәштән баскетбол менән шөғөлләнеүҙәрен һөйләне.
«Балалар ҡулсаға тупты нисек төшөрә һуң, ул бейектә тора бит», — тип ҡыҙыҡһынды Радий Хәбиров.
«Тәүге өс айҙа килеп сыҡмай, әлбиттә, ләкин һуңынан беренсе туп баскетбол кәрзиненә төшкәс, шатлыҡтың сиге юҡ», — тип һөйләне тренерҙар.
Радий Хәбиров дуҫтары һәм коллегалары менән баскетболдың аналогы — рэгбол уйнауын әйтте.
Ошонда уҡ республика етәксеһе өҫтәл теннисы һәм бокс менән шөғөлләнгән йәш спортсылар менән аралашты.
«Иң мөһиме, балаларҙы боксҡа ғына өйрәтеп ҡалмағыҙ, ә уларға үҙҙәренең оҫталығын бокс алыштары ваҡытында ғына ҡулланырға кәрәклеген һөйләгеҙ», — тине тренерҙарға Радий Хәбиров
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика