Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Ғинуар 2019, 11:03

Антон Бабиков ил йыйылмаһы составында ҡатнаш эстафетала IBU Кубогы этабы алтынын яуланы

www.biathlonsport.ru
www.biathlonsport.ru
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфө биатлонсыһы Антон Бабиков Швейцарияла ил йыйылмаһы составында IBU Кубогы алтынсы этабының ҡатнаш эстафетаһында еңеү яуланы. Рәсәй спортсылары Антон Бабиков, Алексей Слепов, Валерия Васнецова һәм Виктория Сливко 2х7,5 километр + 2х6 километр арауыҡты 1 сәғәт 16 минут 24,1 секунд эсендә үтте. Икенсе урынды Германия йыйылмаһы алды, Норвегия командаһы өсөнсө булып килде, тип хәбәр итә ТАСС.
Бер көн алдараҡ Башҡортостан биатлон мәктәбе вәкиле эҙәрлекләү ярышында өсөнсө һөҙөмтә күрһәтте.
Читайте нас: