07:36 (UTC+5), 23 Января 2019

Республикала «Самрау» һауала осоу фестивале башланды

Алла Ишбулдинаның фейсбуктағы сәхифәһе
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда «Самрау» һауала осоу фестивале башланды. Бөгөн, 23 ғинуарҙа, «Красноусол» шифаханаһы алдындағы майҙандан 7 команда 4 һауа шарында һауаға күтәрелде, бөтәһе – 17 кеше.
Һауала йөҙөү тарихында тәүгә Санкт-Петербург, Переславль-Залесский, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Көнгөр, Йошкар-Ола һәм Өфө ҡалаларынан ҡыйыуҙар командаһы һауа шарҙарында Урал һырты аша осоп үтергә тейеш.
Осош Туҡан, Үҙән ауылдары, Ҡыраҡа һырты, Мөхәмәт ауылы аша уҙа.
Һауа шарттары буйынса мөмкинлек булыу менән командалар Красноусол курорты яғына йүнәлде.
Осош план буйынса һигеҙ сәғәт дауам итә, ергә төшөү урыны – Яҡтыкүл тирәһе. Ял көндәрендә курорт биләмәһендә «Самрау» шарҙар фестивале һәм Digital-Ҡоролтай форумы ойошторола.
Һауала осоусыларҙы именлек хеҙмәте – ҡаргиҙәрҙә сығырға әҙер төркөм оҙатып йөрөй. Һәр шарҙа трекер бар, ул реаль ваҡыт режимында һауа судноһының хәрәкәт итеүен күҙәтергә мөмкинлек бирә.
Теләгән һәр кем һылтанма буйынса осошто күҙәтә ала, фейсбукта тура трансляция алып барыла. Шулай уҡ осошто видеоблогер, сәйәхәтсе һәм Rutrail проектына нигеҙ һалыусы Денис Доропейҙың youtube.com каналында һылтанма буйынса күҙәтергә мөмкин.
Осошто ойоштороусылар булып Башҡортостандың Һауала осоу федерацияһы, «Яҡтыкүл» шифаханаһы, Юбилей шифаханаһы һәм «Полёт» авиация клубы сығыш яһай.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика