Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ғинуар 2019, 15:05
Өфөнән Антон Бабиков IBU Кубогының бишенсе этабында алтын миҙал яуланы
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан биатлоны тәрбиәләнеүсеһе Антон Бабиков IBU Кубогында алтын миҙал яуланы. Рәсәй спортсыһы 12,5 саҡрымлыҡ арауыҡта беренсе булып килде (31 минут 36,6 секунд).
Бабиков Германияның Арбер ҡалаһындағы трассала бер тапҡыр ҙа яҙа атманы.
«Әлбиттә, бик шатмын, өҫтәүенә Арбер — минең өсөн бөтөнләй яңы тәжрибә. Бында тәүгә сығыш яһайым. Яҡшы формала булмаһам да, еңеү өсөн төҙ атыу ҙа етте», — тип Бабиковтың һүҙҙәрен килтерә Халыҡ-ара биатлонсылар союзының матбуғат хеҙмәте.
Пьедесталдың икенсе баҫҡысына француз Миртиль Бег күтәрелде. Өсөнсө урынды илебеҙ спортсыһы Александр Поварницын алды.
http://www.bashinform.ru/news/1263228-ufimets-anton-babikov-vyigral-zoloto-pyatogo-etapa-kubka-ibu/
Теги:
биатлон
антон бабиков
кубок ibu
Читайте нас: