Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
9+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Ғинуар 2019, 10:33

Республика бадминтонсыһы Донъя турында бронза миҙал алды

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бангкокта бадминтон буйынса Донъя туры этабында Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүселәре — Алина Дәүләтова һәм Родион Алимов сығыш яһаны.
Ҡатын-ҡыҙҙар парлы разрядында бронза миҙалды рәсәйҙәр Екатерина Болотова һәм Алина Дәүләтова алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Пьедесталдың тәүге баҫҡысына Таиланд вәкилдәре Путтита Супаджиракул һәм Сапсири Таераттаначаи күтәрелде. Көмөш миҙалды ҡытайҙар Ли Венмей һәм Чжен Ю алды.
Микста Алимов/Дәүләтова дуэты 9-16 сы урындар яуланы.http://www.bashinform.ru/news/1261700-badmintonistka-iz-bashkirii-vzyala-bronzu-mirovogo-tura/
Читайте нас: