06:46 (UTC+5), 14 Января 2019

Семён Елистратов 1000 метрлыҡ арауыҡта шорт-трек буйынса Европа чемпионы булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 2014 йылғы Олимпия чемпионы, Өфө спортсыһы Семён Елистратов Нидерландтың Дордрехт ҡалаһындағы Европа чемпионатында 1000 метрлыҡ арауыҡта еңеүсе булды (1 минут 24,624 секунд). Тағы бер Рәсәй спортсыһы Денис Айрапетян бронза миҙал яуланы (1.24.816). Көмөш призёр — Венгрия вәкиле Лю Шаолинь Сандор (1.24,702). Ошо арауыҡта еңеү яулап, Елистратов 10-сы тапҡыр Европа чемпионы исемен алды.
Өфө спортсыһы күпбәйгелә лә өсөнсө урынға лайыҡ булды. Бынан алда Семён Елистратов 1500 метрға уҙышыуҙа өсөнсө булып килде. Шулай итеп, Башҡортостан спортсыһы Рәсәй йыйылмаһына өс награда килтерҙе. Улар бөтәһе 10-ау, дөйөм иҫәптә яҡшы һөҙөмтә күрһәткән Рәсәй командаһы өс лидер иҫәбенә инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика