Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.44
-0.08
93.34
-0.03
67.69
-0.36
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Ғинуар 2019, 12:25

Яҡташыбыҙ сноуборд буйынса Бөтә Рәсәй балалар ярыштарында көмөш миҙал яуланы

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә баш ҡалабыҙҙың тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Руслан Әхтәриев (2004-2005 йылда тыуғандар категорияһы) сноуборд буйынса Бөтә Рәсәй балалар ярыштарында «параллель слалом-гигант» дисциплинаһында көмөш миҙал яуланы.
10 ғинуарҙа Өфөгә Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән, Татарстандан, Силәбе өлкәһенән, Удмуртиянан 100-ҙән ашыу йәш спортсы килде. Башҡортостан исеменән ярышта баш ҡаланан һәм Белореттан 37 бала сығыш яһай.
Читайте нас: