04:01 (UTC+5), 27 Декабря 2018

Өфө командаларының элекке уйынсылары һәм бер легионер 2018 йыл спортсылары һәм тренерҙары тип танылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Спорт-экспресс» йола буйынса 2018 йыл спортсылары, тренерҙары, командалары, легионерҙары һәм асышы рейтингын баҫтырып сығарҙы. Уларҙың ҡайһы берҙәрендә Өфө командаларының элекке уйынсылары һәм тренерҙары төп урынды биләй.
Әйтәйек, хоккейсы Александр Овечкин етәкләгән иң яҡшы йыл спортсылары исемлегендә элекке ике «юлаевсы» — Кирилл Капризов (13-сө урын), Александр Радулов (32-се урын) һәм киберфутболсы Роберт Фәхретдинов (47-се урын), хәҙер ул «Локомотив»өсөн сығыш яһай.
Йыл тренерҙары исемлегенә баҫма 100 журналистың тауыш биреүенән һуң бер юлы «Өфө» футбол клубының элекке ике остазын: Виктор Гончаренконы (5-се урын) һәм Сергей Семакты (18-се урын) индерҙе. Беренсе урынды футбол буйынса Рәсәй йыйылмаһының баш тренеры Станислав Черчесов яуланы.
Люксембург һәм «Өфө» йыйылмаһы ярымһаҡсыһы Оливье Тилль уҙып барған йыл легионерҙары рейтингына инде, унда беренсе урында — ЦСКА футболсыһы Никола Влашич.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика