06:40 (UTC+5), 21 Декабрь 2018

Ростислав Мырҙағолов «Өфө» футбол клубының Попечителдәр советы рәйесе итеп тәғәйенләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов «Өфө» футбол клубының Попечителдәр советы рәйесе итеп тәғәйенләнде. Попечителдәр органын булдырыу тураһында ҡарар 11 декабрҙә клубты үҫтереү мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһендә ҡабул ителде. «Өфө» футбол клубы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Шамил Ғәзизовҡа 2019 йылдың 31 ғинуарына тиклем Попечителдәр советының эш планын һәм концепцияһын әҙерләү бурысы йөкмәтелде. Ул дәүләт органдары менән үҙ-ара эш итеү өсөн дә яуаплы.
«Бөтә эште элеккесә клуб менеджменты алып бара, сөнки ул миҙгелде 1 миллиард һумға 6-сы урында ябып, юғары эш һөҙөмтәлелеген раҫланы, ә 5-се урынды алған команда 11 миллиард тотондо», — тип билдәләне Ростислав Мырҙағолов.
«Биш-алты кешенән торған Попечителдәр советы стратегик мәсьәләләр, ярҙам, ҡарарҙарҙың үтәлешен күҙәтеү менән шөғөлләнергә тейеш. «Салауат Юлаев» хоккей клубында бындай орган бар. Был футбол өсөн дә һәйбәт булыр тип уйлайым», — тине Шамил Ғәзизов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика