Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Ноябрь 2018, 17:14

Өфө биатлонсыһы Антон Бабиков Швецияла IBU Кубогының беренсе этабында спринтта еңде

Рәсәй Биатлонсылар союзы
Рәсәй Биатлонсылар союзы
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфө биатлонсыһы Антон Бабиков Швецияла Кубоктың беренсе этабында спринтта еңеү яуланы. Бөгөн, 29 ноябрҙә, ул ике араны ла таҙа үтте һәм шәп йөрөш күрһәтте. Француз Аристид Бегю икенсе булып килде, өсөнсөлә — немец Лукас Фратшер. Рәсәй йыйылмаһы вәкилдәре Сергей Корастылев менән Юрий Шопин да иң көслө унау иҫәбенә инде, тип хәбәр ителә Рәсәй Биатлонсылар союзы сайтында.
Донъя кубогының тәүге этабы 2-9 декабрҙә Словенияла уҙа, унда эҙәрлекләү ярышында, шәхси ярышта, ҡатнаш һәм яңғыҙ ҡатнаш эстафеталарҙа, спринтта миҙалдар уйнатыла. Рәсәй йыйылмаһының тренерҙар штабы ҡарары буйынса, Донъя кубогы барышында беренсе стартта Башҡортостан биатлон мәктәбенең икенсе вәкиле Эдуард Латипов ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1244870-ufimskiy-biatlonist-anton-babikov-vyigral-sprint-na-pervom-etape-kubka-ibu-v-shvetsii/
Читайте нас: