06:44 (UTC+5), 19 Ноября 2018

«Өфө» футбол клубы икенсе тапҡыр Korantina Homes Cup халыҡ-ара турнирында еңеү яуланы

«Өфө» футбол клубы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 18 ноябрҙә Кипрҙа коммерция халыҡ-ара турниры тамамланды. «Өфө» футбол клубы финалда Латвияның ғәмәлдәге чемпионы «Рига» футбол клубын еңде һәм ике тапҡыр Korantina Homes Cup еңеүсеһе булды.
Һуңғы алыштың төп ваҡыты 1:1 иҫәбе менән тамамланды. Дмитрий Кириченко командаһы пенальти буйынса «Рига» менән осрашыуҙа еңде (4:2).
Уйында тупты Иван Пауревич индерҙе, ә пенальтиҙы Игорь Дивеев, Александр Пуцко, Дмитрий Живоглядов, Игорь Безденежных бойомға ашырҙы. Вячеслав Кротовҡа 11 метрлыҡ билдә буйһонманы. Көйәрмәндәр ике пенальтиҙы кире ҡаҡҡан «Өфө» ҡапҡасыһы Александр Беленовтың да уйынын билдәләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Кириченко тәрбиәләнеүселәре Рәсәй Премьер-лигаһы чемпионаты барышындағы киләһе уйынды 24 ноябрҙә «Ырымбур»ҙа ҡунаҡта уҙғара.
http://www.bashinform.ru/news/1240181-fk-ufa-stal-dvukratnym-obladatelem-korantina-homes-cup/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика