Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
84.22
+0.34
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ноябрь 2018, 10:20

Сергей Томаров «Өфө» футбол клубының баш тренеры вазифаһын ҡалдырҙы: яңы тренерҙың исеме билдәле

Валерий Шахов
Валерий Шахов
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Станислав Шахов/. «Башинформ» агентлығына мәғлүм булыуынса, «Өфө» футбол клубы команданың остазы Сергей Томаров менән контрактты өҙҙө. Яҡындағы «Спартак» менән уйында баш тренер вазифаһын Дмитрий Кириченко башҡара.
Клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов отставканы раҫланы.
- Томаров яҡшы белгес. Отпусктан һуң ул клуб системаһында эшен дауам итә, — тине ул.
41 йәшлек Дмитрий Кириченко – 2002 һәм 2005 йылдарҙа Премьер-лиганың иң яҡшы снайперы, ил чемпионы һәм Рәсәй кубогын яулаусы. Төрлө йылдарҙа СКА, «Ростов» һәм «Мордовия» өсөн сығыш яһаны. 2014 йылдан «Ростов»тың тренерҙар штабына инде, ике тапҡыр баш тренер вазифаһын башҡарҙы. 2018 йылдың йәйенән «Өфө»нөң тренерҙар штабында.
36 йәшлек Сергей Томаров Өфөнө 2018 йылдың июнендә, команданың элекке тренеры Сергей Семак «Зенит»ҡа күскәндән һуң, етәкләне. Томаров лиганың иң йәш баш тренеры булды. Уның етәкселегендә «Өфө» УЕФА Европа лигаһының ике һайлап алыу турына уҙҙы, Шотландияның «Глазго Рейнджерс» клубына еңелеп, төркөм этабынан бер аҙымда төшөп ҡалды. Әммә «Өфө»нөң регуляр чемпионаттағы сығышы ҡыуандырмай – 13 турҙан һуң команда 15-се урынды биләй, уға Футбол клубтары ассоциацияһынан төшөп ҡалыу хәүефе янай.
Яҡындағы уйынды «Өфө» йәкшәмбе, 11 ноябрҙә, уҙғара. Рәсәй Премьер-лигаһында алтынсы урынды биләүсе Мәскәүҙең «Спартак» клубы уның ярышташы була. Матч Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 4-тә башлана.
Өфө командаһында кем тағы тренер булды? «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының «Все главные тренеры «Уфы» тигән фотопроектында ҡарағыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1235132-futbolnyy-klub-ufa-vozglavil-dmitriy-kirichenko/
Автор:Станислав Шахов
Читайте нас: