Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Ноябрь 2018, 12:14
Рәсәй чемпионатында Башҡортостандан 15 йөҙөүсе ҡатнаша
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 7 ноябрҙә Ҡазанда йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионаты башлана. Башҡортостандан ярышта 15 спортсы ҡатнаша. Республикабыҙ йыйылмаһын Халыҡ-ара класлы спорт мастеры, 2018 йылда үҫмерҙәрҙең йәйге Олимпия уйындары еңеүсеһе Полина Егорова етәкләй.
Рәсәй чемпионатына илдең 61 төбәгенән бөтәһе 900 йөҙөүсе килә. Башҡортостандың Спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ҡатнашыусылар араһында Олимпия уйындары призерҙары Анастасия һәм Сергей Фесиковтар, Евгений Рылов, Евгений Лагунов, Никита Лобинцев, Михаил Полищук, Европа һәм донъя чемпиондары һәм призерҙары Климент Колесников, Александр Красных, Вероника һәм Вячеслав Андрусенколар бар.
Ярыштарҙа 64 комплект миҙал уйнатыла. Рәсәй чемпионаты 11-16 декабрҙә Ҡытайҙың Ханчжоу ҡалаһындағы донъя чемпионатына һайлап алыу туры булып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1234835-15-plovtsov-predstavyat-bashkiriyu-na-chempionate-rossii/
Теги:
йөҙөү
башҡортостан
рәсәй чемпионаты
ҡазан
Читайте нас: