Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
22+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Ноябрь 2018, 15:03
Башҡортостан шашкасылары йәштәр араһында донъя беренселегендә тәүге миҙалдар яуланы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Йәштәр араһында шашка буйынса донъя беренселеген Белоруссияның Гомель ҡалаһы ҡабул итә. Турнирҙа Рәсәйҙән биш спортсы ҡатнаша. Уларҙың икәүһе миҙалдар яуланы ла инде.
Өфөнән Даниил Ильин 17 йәшкәсә үҫмерҙәр араһында алтын миҙал алды. Ишембай шашка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Агата Парахина 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында донъя вице-чемпионы булды.
2 ноябрҙә донъя беренселегендә классик программала миҙалдар уйнатыла. Чемпиондар 3 ноябрҙә туғыҙынсы тур тамамланғас билдәле була.
http://www.bashinform.ru/news/1233338-shashisty-iz-bashkirii-zavoevali-pervye-medali-molodezhnogo-pervenstva-mira/
Теги:
шашка
йәштәр донъя беренселеге
башҡортостан
Читайте нас: