05:50 (UTC+5), 31 Октября 2018

Башҡортостандан ике спортсы Рәсәйҙән конькиҙа йүгереү спорты буйынса Донъя кубогында сығыш яһай

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Конькиҙа йүгереү спорты буйынса Рәсәй йыйылмаһының тренерҙар штабы Коломне ҡалаһында ил чемпионатынан һуң Донъя кубогында сығыш яһаясаҡ спортсыларҙы билдәләне.
Ярыштарҙа Башҡортостандың өс спортсыһы: Тимур Захаров, Виктор Лобас һәм Руслан Захаров ҡатнашты. Һуңғыһы Вологда өлкәһенән һәм Санкт-Петербургтан сығыш яһай.
Республиканың Спорт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, шәхси беренселектә Тимур Захаров күмәк-стартта бронза яуланы, Руслан Захаровтан (2-се урын) һәм Данил Семериковтан (1-се урын) ҡалышып. Виктор Лобас 1000 һәм 1500 метр арауыҡта 4-се һөҙөмтәгә өлгәште.
Команданың аҙаҡҡы исемлегенә 16-18 ноябрҙә Обихиро ҡалаһында (Япония) һәм 23-25 ноябрҙә Томакомайҙа (Япония) Донъя кубогы этаптарында илдең намыҫын яҡлаясаҡ 23 конькиҙа йүгереүсе инде.
Ир-егеттәр. Руслан Захаров, Павел Кулижников, Денис Юсков, Руслан Мурашов, Алексей Есин, Виктор Муштаков, Артем Кузнецов, Сергей Грязцов, Сергей Трофимов, Александр Румянцев, Данила Семериков, Виктор Лобас, Михаил Казелин, Александр Подольский.
Ҡатын-ҡыҙҙар. Ольга Фәтҡулина, Екатерина Шихова, Наталья Воронина, Ангелина Голикова, Дарья Качанова, Анастасия Коркина, Елизавета Казелина, Евгения Лаленкова, Елена Сохрякова.
http://www.bashinform.ru/news/1232145-dva-sportsmena-iz-bashkirii-predstavyat-rossiyu-na-kubke-mira-po-konkobezhnomu-sport/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика