06:56 (UTC+5), 31 Октября 2018

Аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған Өфө ҡыҙы өҫтәл теннисы буйынса донъя чемпионатында «алтын» яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөләге 31-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Елена Прокофьева терәк-хәрәкәт аппараты һәм аҡыл үҫеше яғынан артта ҡалған спортсылар араһында өҫтәл теннисы буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы.
Яҡташыбыҙ тыуған республикаһы исеменән 11-се класта (интеллектуаль яҡтан үҫешмәү) сығыш яһаны.
«Финал уйынында Елена поляк ҡыҙы Кристина-Марин Лисякты еңде. Чемпионаттың бронза призерҙары — Муй Вуй (Гонконг) һәм Япониянан Канами Фурукава», — тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенән.
Рәсәй йыйылмаһы чемпионаттан бер алтын һәм ике көмөш наградалар менән ҡайтты.
http://www.bashinform.ru/news/1232194-ufimka-s-intellektualnymi-narusheniyami-vyigrala-zoloto-chm-po-nastolnomu-tennisu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика