10:03 (UTC+5), 29 Октября 2018

Республика спортсылары билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында ете миҙал яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Ҡазанда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбаулы көрәш буйынса XVI донъя чемпионатында Башҡортостандан һигеҙ спортсы сығыш яһаны. Республика көрәшселәре төрлө дәрәжәләге ете миҙал менән ҡайта.
Республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынынан хәбәр итеүҙәренсә, ирекле стилдә башҡорт көрәшселәре өс награда яуланы: 57 килограмға тиклемге категорияла - Ринир Хәсәншин, 100 килограмдан ашыуыраҡ булған категорияла Рөстәм Арыҫланов «бронза» алды. Камилла Елисеева 52 килограмға тиклемге категорияла «көмөш» яуланы.
75 килограмға тиклемге категорияла сығыш яһаған башҡорт көрәшсеһе Артур Зөлҡәрнәев классик стилдә донъя чемпионы булды. Икенсе урынды Илфаҡ Ибәтуллин (57 килограмға ҡәҙәр) һәм Наил Мөхәмәтйәнов (90 килограмға тиклем) алды. Айнур Сыртаев пьдесталдың өсөнсө баҫҡысына күтәрелде (100 килограмға ҡәҙәр).
http://www.bashinform.ru/news/1230965-sem-medaley-zavoevali-sportsmeny-iz-bashkirii-na-chempionate-mira-po-borbe-na-poyasakh/
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика