08:26 (UTC+5), 26 Октября 2018

Башҡортостандың коляскалағы тенниссыһы Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандан коляскалағы тенниссылар Мәскәү өлкәһенең Дмитров ҡалаһында юниорҙар араһында Рәсәй беренселеге призерҙары булды. Өфөләге 13-сө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары — апалы-һеңлеле Гөлфиә Арыҫланова һәм Регина Гадиева, бер туғандар Вячеслав һәм Владислав Макаровтар Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Спортсылар тренер Вячеслав Шамаев етәкселегендә Башҡортостандың Паралимпия резервындағы спорт адаптив мәктәбендә шөғөлләнә.
Ярыш йомғаҡтары буйынса Гөлфиә Арыҫланова яңғыҙ разрядта еңеүсе булды. Парлы разрядта ул Регина Гадиева менән бергә «көмөш» яуланы. Владислав һәм Вячеслав Макаровтар парлы разрядта өсөнсө урынды алды.
Уларҙың дүртәүһе лә Ҡырмыҫҡалы районынан. Спортсылар «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды һатып алған теннисс коляскаларында сығыш яһаны.
http://www.bashinform.ru/news/1229741-tennisistka-na-kolyaske-iz-bashkirii-pobedila-v-pervenstve-rossii/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика