04:55 (UTC+5), 25 Октября 2018

«Салауат Юлаев» КХЛ-дың 11-се миҙгелендә икенсе тапҡыр СКА-ны еңде

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөлә «Салауат Юлаев» һәм СКА араһында уйын ныҡ һөҙөмтәле булмаһа ла, мауыҡтырғыс килеп сыҡты. Был ярышташтарҙың Континеталь хоккей лигаһының 11-се миҙгеле сиктәрендә икенсе осрашыуы булды, унда хужалар еңеү яуланы.
Иҫәпте Илья Воробьевтың тәрбиәләнеүселәре асты. Беренсе осор уртаһына Никита Гусев шайбаны Патрик Херслиҙан ҡабул итте. Өфө командаһының фин ҡапҡасыһы бер нимә лә эшләй алманы. «Өфө-Арена» яуап шайбаһын 30 минут тиерлек көттө. Һөҙөмтәлә «Салауат»тың яңы капитаны уңышҡа өлгәште. Ткачев һәм Хохряков ебәргән шайбаны Антон Бурдасов ҡапҡаға оҙатты – 1:1.
Һуңғы минутҡа тиклем осрашыуҙың нисек тамамланыуы билдәһеҙ булды. Бөтәһен дә Теему Хартикайнен башҡарыуындағы гол хәл итте: финал сиренаһына тиклем бер нисә секунд ҡалғас фин форварды СКА ҡапҡаһына шайбаны башы менән оҙатты. Арбитрҙар видеоны ҡараны һәм бында хәрәкәттең аңлы рәүештә ҡыланыуын тапманы – 2:1. Николай Цулыгин командаһы Петербург клубын икенсегә еңде.
Киләһе уйынды «юлаевсылар» 28 октябрҙә үҙ боҙонда Мәскәү өлкәһенең «Витяз»е менән уҙғара.
http://www.bashinform.ru/news/1229018-salavat-yulaev-vtoroy-raz-v-11-m-sezone-kkhl-obygral-ska/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика